«Ҡотло булһын Наурыз»


    Төрки бабаларыбыҙҙың онотола барған изге байрамдары, уларҙың ғөрөф- ғәҙәттәре, ниһәйәт, беҙҙең көндәргә лә әйләнеп ҡайта башланы. 22 март көнө, Инйәр район мәҙәниәт йортонда, «Ҡотло булһын Наурыз» исемле йола байрамы уҙҙы. Көндөң, төндө ҡыуып еткән ваҡытында, мосолман халҡы, Яҙҙы-Наурызбикәне ҡаршы алған.Кешеләр матур теләктәрен уға әйтеп ҡалырға тырышҡан. Байрамды, «Ҡолонсаҡ» башҡорт өлгөлө балалар театры, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы әҙерләне һәм сәхнәгә сығарҙы. Тамашасылар йола барышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәре, ҡашмау, һаҡал менән танышты.Төрлө башҡорт милли уйындарын уйнаны.Еңеүселәр,йомортҡа,кәнфит менән һыйландылар. Байрам, бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.