Ҡолонсаҡтар Аҡбуҙатҡа әйләнһен!

Бер заман "Урал " район газетаһы биттәрендә Ҡолонсаҡтар Аҡбуҙатҡа әйләнһен тип теләнгән мәҡәлә яҙылғайны. Бына бөгөн "Ҡолонсаҡ " өлгөлө башҡорт балалар театры менән бик мәртәбәле ярышта ҡатнашып ҡайттыҡ. Милли йәштәр театрында ойошторолған балалар һәм йәштәр театрҙары фестивалендә М.Кәримдең автобиографик " Оҙон -оҙаҡ бала сағ "ын үҙебеҙҙең ҡараштан күргәнсә сәхнәләштереп ҡайттыҡ. Иҫ киткес сәхнә әһелдәре, театр корифейҙары алдында сығыш яһау нисек яуаплы булғанын белһәгеҙ икән... Ә шулай ҙа, балалар балалар инде, улар әллә ҡурҡманы ла ул, тейешле һүҙҙәрен әйтеп, тәбиғи хәрәкәттәре менән тамашасыны әсир итеп сығышты тамамлап та ҡуйҙылар. Эх, мин әйтәм, ябайлыҡҡа, тәбиғилеккә, тормошто нисек бар шулай ҡабул итеүгә балаларҙан өйрән ине. Өс көн барған фестивалдең беренсе көнө тамам, алда сығыш яһаясаҡ коллективтарға уңыштар теләп, Өфөнән ҡайтып еттек. Бигерәк тә уҡыусыбыҙ Радик Ғәлиуллиндың театрына шәхсән теләктәрем. Улар иртәгә "Өс таған " менән һынау тотасаҡ. Театр тигән мөғжизәле донъяла бер мәл генә булып ҡайтыу ҙа ҙур бәхет бит ә, дуҫтар! "Ҡолонсаҡтар " һәм Сәғилә апай афарин! Ә беҙгә транспорт бүлеп фатиха менән оҙатыусы мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәте етәкселегенә ҙур рәхмәт! Әлиә Саматова