«Ҡарға бутҡаһы»

Апрель аҙаҡтарында, Инйәр район мәҙәниәт йортонда балалар өсөн «Ҡарға бутҡаһы» байрамын ойоштороу традицияға әйләнде. Быйыл да, 22 апрель көнө, балалар ошо байрамға ҙур теләк менән йыйылды. Байрамды «Ҡолонсаҡ» өлгөлө башҡорт балалар театры башлап ебәрҙе.Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡаҙан аҫып, бутҡа бешергәнсе, балалар төрлө башҡорт милли уйындарын уйнанылар,йырлап- бейеп күңел астылар.Байрам күмәкләп бутҡа ашау менән тамамланды. Ҡарғаларға ла өлөш сыҡты, ҡалған бутҡаны, изге теләктәр әйтә-әйтә, ағас төптәренә, таш өҫтәренә һалып ҡалдырҙылар.