Урррррррраааааа!!!!

Кеше тағы нисек ҡыуана икән. Һикерәме, ҡысҡырамы, сабып йөрөймө, йырлаймы, бейейме,ҡаршыһына осраған бөтәһен дә ҡосаҡлаймы??? Бына әлеге ваҡытта мин шуларҙың барыһын да эшләйем. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙең " Ҡолонсаҡтарыбыҙ" ҙур фестивалдә 3-сө дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Толпар булып сабып китте ҡолонсаҡтарыбыҙ. Сәғилә Сөләймән ҡыҙы, Һеҙ ысын мәғәнәһендә талантлы, һәләтле, тырыш, бар йөрәген сәхнәгә бағышлаған кеше. Тағы ла бер ҡыуаныс - беҙҙең театрҙа аяҡ баҫҡан, әлеге ваҡытта Салауат драма театрында актёр һәм режиссер булып эшләгән Радигыбыҙ Ғәлиуллин етәкләгән "Арлекин "өлгөлө балалар театры был фестивалдә Гран -при яуланы. Районыбыҙ таланттарға бай бит, дуҫтар. СССР- ҙың халыҡ артистары Арыҫлан һәм Гөлли Мөбәрәковтар рухы, аманаты ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтергә була. Хөрмәтулла Үтәшев, Олег Ханов, Таңсулпан Бабичева һәм башҡа театр әһелдәре баһалауында шундай урын алыу - ҙур еңеү!!! Шатлығымдың сиге юҡ. Афарин, Ҡолонсаҡтар!!!


Әлиә Саматова