"Уйнағыҙ, гармундар"

    16 ноябрь Инйәр мәҙәниәт йорто йыр-моң һөйөүселәрҙе "Уйнағыҙ, гармундар" исемле ял кисәһенә йыйҙы. Был кисте мәҙәниәт йортоноң фойеһы бер юлы 7 гармонистың уйнауынан гөрләп торҙо. Был сара тураһында ишетеп хатта Архангельдән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙе Вәлимә һәм Закир Өмөтбаевтар килеп етте. Афарин уларға! Йыйылған тамашасылар гармун көйҙәренә рәхәтләнеп бейеп, йырлап, уйнап-көлөп ял итеп ҡайтты. Ошондай сараларҙы йышыраҡ уҙғарыуыбыҙҙы һоранылар. Кисәне йәмләүсе гармунсыларыбыҙ: Мөхәмәтдин Абдулкәримов, Ильшат Абдуллин, Камиль Йосопов, Урал Асҡаров, Вәлимә һәм Закир Өмөтбаевтар, Миннисур Сәлимгәрәева, Шәүрә Ғилмановаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!