"Тау шишмәһе"

Иглин районында Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге "Башҡорт һандуғасы" республика йыр конкурсы үтә. Быйылғы бәйге Башҡортостан республикаһының 100 һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 80 йыллығына арнала. Конкурста утыҙҙан ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Финалға 17 башҡарыусы сыҡҡан. Еңеүселәр исеме бөгөн Гала-концертта иғлан ителә. Кисә иһә район үҙәгендә мәшһүр йырсығы бюст асыу тантанаһы үтте. "Конкурста көслө башҡарыусылар ҡатнаша, Мәғәфүр Хисмәтуллин ижадына оло ихтирам менән ҡараған, уның йырҙарына яңы һулыш өргән йырсыларҙың сығышын ҙур ихласлыҡ менән ҡараныҡ", ти жюри рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов. (тулыраҡ - беркетелгән яҙмала) Рәсемдә: Белорет районы Инйәр ауылынан "Тау шишмәһе" башҡорт халыҡ вокал ансамбле.