Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы.

Инйәр ауылының Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы.

Күп кенә тамашасылар яратып өлгөргән, үҙ аудиторияһын булдырған “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театры режиссерҙары Сәғилә Мырҙағәлина етәкселегендә “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын сәхнәгә ҡуйҙы. Халыҡ театры артистарының ролдәрен килештереп, бирелеп китеп уйнауҙары һоҡландырып ҡына ҡалманы, Инйәр төбәгендә театрҙың киләсәге өмөтлө булыуын күрһәтте. Театр донъяһына тәүге аҙымдарын яһаған балалар ҙа үҙ образдарына инә белде. Бәләкәс Кендекте уйнаған Байыҡ Шәрәфетдинов, өлкән Мостайҙы уйнаған Рамаҙан Саматовты айырым билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр. Ике ролде - Йомағол һәм Шәһиҙулланы башҡарған Нәфис Сәғитуллин иһә күптән профессионал актёр тиерлек. Тамашасы менән бәйләнеш тотоуы, мимика менән эшләй белеүе, тейешле тон һәм интонация - быларҙың барыһын да урынлы итеп ҡуллана белә һәләтле егет. Оло инәй ролен Әлиә Саматова уйнаны, ул файҙалы кәңәштәрен биргән, башҡаларҙы яҙыҡ юлға баҫыуҙан ҡурсалаған образды тулы ҡеүәтендә сағылдырҙы. Зал тултырып килгән тамашасы, ата-әсәләр сығыштарҙы көслө алҡыштар менән яуапланы. Балаларҙың ихласлығы бөркөлгән тамашаны сәхнәгә тейешле кимәлдә сығарыу өсөн ҙур оҫталыҡ һәм тырышлыҡ һалған Сәғилә Сѳләймән ҡыҙының хеҙмәте юғары баһаланды. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” тип исемләнгән һүрәттәр конкурсы ла иғлан ителгәйне. Мәҙәниәт йортонда ҡул эштәре түңәрәген алып барыусы Юлиә Ғәлләмова ойошторған сарала бөтә мәктәптәр ҙә ихлас ҡатнашты. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы: һәр һүрәт конкурс талаптарына ярашлы, матур эшләнгәйне. Шулай итеп, III урынға Ләйсән Хәйруллина менән Тимур Сәйетғәлин, II урынға Светлана Ағзамова менән Ирхан Миһранов, I урынға Инсаф Хәсәнов менән Азамат Фәйзуллин сыҡты. Ә гран-приҙы Ариана Исламова яуланы. Ҡатнашыусыларға Мостай Кәрим фондынан шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр - автографлы китап, блокнот һәм ручкалар тапшырылды.